понедельник, 7 мая 2012 г.

Франция һәм Грециялағы һайлауҙар Азияның биржа индекстарын емерҙе.



Франция һәм Грециялағы һайлауҙар Азия биржаларының төп индекстарын түбәнгә тәгәрәтте. Мәҫәлән, дүшәмбе көн иртән Гонконг фонда биржаһы 2,4 процентҡа, Кореяныҡы- 2,8 процентҡа түбәнәйҙе. Япония  Никкэйының эшлекле әүҙемлек индексы 2,6 процентҡа төштө.
“Кешеләр Меркель башлаған ҡаты экономия сараларына көн бөттө, тип борсола, был әлбиттә, инвесторҙарҙы хафаға һала,-”тип иҫәпләй“Lyncean Holdings” компанияһынан Френсис Лан.
Инвесторҙар Европа бюджет пактының ҡайтанан ҡаралыуынан һәм яңы француз президентының эре капиталға бик үк дуҫтарса булмаған сәйәсәтенән шөрләй. Еврозонаның тотороҡлолоғон Греция ла хәүеф аҫтына ҡуйыуы ихтимал, сөнки ҡаты экномия сәйәсәте яҡлылар парламентта күпселекте ала алманы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий