Көньяҡ Корея таможня
хеҙмәткәрҙәре әҙәм тәне киҫәксәләре булған таблеткаларҙы тартып алғандар.
Анализдар күрһәтеүенсә, төньяҡ- көнсығыш Ҡытайҙан индерелгән контрабанда-
бәпәйҙәрҙең тәне. Фаразлауҙарынса, уларҙы етештереү күптән яйға һалынған
бизнес: хәстәханалар үле тыуған һәм аборт ҡорбаны булған бәпәйҙәрҙе йәшерен
рәүештә һаталар. Таблеткаларҙы тонусты күтәреү сараһы булараҡ рекламалайҙар.
“ДНК һөҙөмтәләре буйынса,
улаҙың 99,7- 99,9 проценты әҙәм ағзаларынан тора. Унда кешегә зыян
килтереүсе хәүефле бактериялар бар,-”ти урындағы лаборатория хеҙмәткәре.
Тәүге тапҡыр Көньяҡ Кореяла
бындай таблеткалар уҙған йылдың авгусында табылған, шунан алып 8 ай эсендә таможняла
эшләүселәр 17 000-дән ашыу ошондай капсулаларҙы тартып алғандар. Пекин “ҡара
фармацевтар”ҙың эшен тикшерергә вәғәҙә иткән.
Комментариев нет:
Отправить комментарий