среда, 9 мая 2012 г.

Ҡаршылыҡ акцияһының яңы төрө.


Рәсәй оппозицияһы ҡаршылыҡ акцияһының яңы төрөн уйлап тапҡан, ул – ҡала буйлап йөрөү.

“Ғәҙел һайлауҙар өсөн” манифестацияһының символына әйләнгән аҡ таҫмалар тағып, сәйәси плакаттар һәм лозунгыларһыҙ бер нисә йөҙ кеше Мәскәүҙең үҙәк урамдары буйлап йөрөй. Уларҙың талаптары былай ҙа билдәле: ваҡытынан алда парламент һәм президент һайлауҙары үткәреү. Ҡала буйлап йөрөүсе оппозиция вәкилдәре полицияға ҡыҫылыу өсөн сәбәп бирмәһәләр ҙә, уларҙы Иҫке майҙандағы Рәсәй президенты администрацияһы эргәһендәге майҙансыҡтан ҡыҫырыҡлап сығарҙылар. Бынан һуң улар Чистопрудный бульварына күсенделәр. Акция тыныс үтә, полиция ҡыҫылмаҫҡа вәғәҙә бирҙе, әммә бульварҙың буйынан буйына ОМОН менән машиналар һәм автозактар тора.

Оппозиционерҙар Алексей Навальный һәм Сергей Удальцов ҡаршылыҡ йөҙөнән ҡала үҙәге буйлап ошондай йөрөүҙәрҙе тәүлек әйләнәһенә үткәрергә һәм оҙайлы итергә тәҡдим итте. 
Уҙған төндә полиция уларҙың икеһен дә ҡулға алды, ләкин аҙаҡ ебәрҙе. Бынан һуң улар Чистый быуаһы янындағы иптәштәренә ҡушылды. Унда, Сергей Удальцов һүҙҙәре буйынса, сираттағы ҡаршылыҡ маршын май аҙағында һәм июнь башында үткәрергә ҡарар иткәндәр. Аҙаҡ өс көн буйы йоҡламаған “Һул фронт”лидеры өйөнә ял итергә ҡайтып китте.

Акцияны дауам итеүселәргә һауа торошоноң ҡамасаулауы мөмкин, сөнки Мәскәүҙә дауыл буласағы хағында хәбәр иттеләр.


Комментариев нет:

Отправить комментарий