среда, 9 мая 2012 г.

Батҡан лайнер пассажирҙары компенсация алды.



Һыуға батҡан “Коста Конкордия”круиз лайнерының хужаһы булған компания иҫән ҡалған француз пассажирҙарына компенсация рәүешендә 2 миллион евро түләне- 235 француздың һәр береһенә 9 мең евро тейҙе.

Бортта Франциянан 456 пассажир булған. Уларҙың 180-е, суд дәғүәһе белдереүҙән баш тартҡаны өсөн, 11 мең евро алды.

“Коста Конкордия”лайнеры 14 ғинуар төнөндә Тиррен диңгеҙендә Италияның Джильо утрауы янында һәләкәткә осраны. Уның бортындағы 4 мең кешенең 32-һе һәләк булды.

Оҙаҡламай батҡан карапты күтәрә башлаясаҡтар, был 12 айға һуҙыласаҡ.

Комментариев нет:

Отправить комментарий