пятница, 11 мая 2012 г.

Индонезия: Салак тауҙарында һәләк булғандарҙың кәүҙәләре табылған.



Индонезияла Рәсәй лайнеры һәләкәте ҡорбандарын эҙләү һәм эвакуациялау операцияһы башланды. Был ваҡиғаның сәбәптәре әле асыҡланмаған.
Йома көн иртән иртүк эҙләнеү- ҡотҡарыу төркөмө“Сухой Суперджет 100” самолетының ҡайҙалығын билдәләй алды. Әлеге мәлдә 225 ҡотҡарыусы, самолет ватыҡтары янына барыу өсөн,Салак тауында башланған йылғаның үренә үтергә тырыша.
Индонезияның Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса агенство штабы вәкиле хәбәр итеүенсә, һәләк булғандарҙың 14 кәүҙәһе һәм лайнерҙың ҡойроҡ өлөшө табылған.
“Сухой Суперджет 100” бортында 45-50 самаһы кеше булған. Уларҙың күпселеге Индонезия граждандары; исемлектә 8 рәсәйле, 1 француз һәм 1 американлы ла бар.
Джакарта аэропортында һәләк булғандарҙың ғаиләләре менән осрашып, Индонезия президенты Сусило Бамбангу былай тип белдерҙе:
“Уҙған төндә мин Рәсәй президенты Владимир Путин менән һөйләштем. Был ваҡиға өсөн икебеҙ ҙә бик ныҡ ҡайғырабыҙ. Беҙ мәғлүмәттәр менән бүлешеү һәм ваҡиғаны тикшереү барышындағы хеҙмәттәшлек хаҡында килештек.”
Хәлим аэропортында көрсөк штабы эшләй. Бында вертолеттар менән авиаһәләкәт һөҙөмтәһендә һәләк булыусыларҙың кәүҙәләрен килтерәсәктәр.
Индонезия пилоттарының фекере буйынса, һәләкәт булған урын ҡапыл башлана торған ел- дауылдары менән билдәле.
Көн элгәре Рәсәйҙең Тикшереү комитеты һәләкәттең сәбәптәрен асыҡлай башланы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий