пятница, 11 мая 2012 г.

CПИД: профилактика өсөн оҙаҡламай “Трувада” ҡулланылыуы ихтимал.



Эксперттар комитеты Америка фармацевтар агенствоһына вирусҡа ҡаршы “Трувада” препаратын һатыуға сығарыуҙы рөхсәт итергә тәҡдим иткән.
 Gilead лабораторияһы уйлап тапҡан “Трувада”быға ҡәҙәр СПИД менән ауырыусыларҙы дауалау өсөн ҡулланылды. Күпселек эксперттарҙың уйынса, препарат “хәүефле төркөмдәр’’өсөн дә һәм партнерҙарының береһе ВИЧ йоҡторған парҙар өсөн дә профилактик сара булараҡ ҡулланыла ала.
Эксперттар нигеҙләнеп һығымта яһаған тикшеренеүҙәр 2007 йылдың июленән 2009 йылдың декабренә ҡәҙәр, Бразилиия, Көньяҡ Африка республикаһы һәм АҠШ-ты ла индереп, алты илдә үткәрелде. Был мәғлүмәттәр буйынса, СПИД йоҡтороу хәүефе 44 процентҡа, иң күбе 75 процентҡа ҡәҙәр кәмей.
Америка фармацевтика агенствоһы үҙенең ҡарары хаҡында 15 июндә хәбәр итәсәк. Препараттың йыллыҡ курсы -12 меңдән 14 меңгә ҡәҙәр доллар. Һөҙөмтәлелеген күтәреү өсөн, уны көн һайын ҡабул итергә кәрәк.
“Трувада”ны киң күлләмдә һатыуға сығарыуға ҡаршы булғандарҙы шул хәүефләндерә: профилактика рәүешендә уны киң ҡулланған сүрәттә, СПИД ауырыуының төп сәбәбе булған енси бәйһеҙлектең артып китеү ҡурҡынысы бар.




Комментариев нет:

Отправить комментарий