Францияның яңы
һайланған президенты Франсуа Олланд инаугурация көтөп бер урында ултырмай. Ул үҙенең
һул иҡтисади идеяларын Европалағы партнерҙарына еткерергә вәғәҙә итте һәм
уйҙарын тормошҡа ашыра ла башланы.
Шаршамбы көн Олланд
Европа советы рәйесе Херман Ван Ромпёй менән осрашты.
Кесаҙна көн Люксембургҡа барырға ниәтләй,
сөнки Берлинға Меркель менән хәл иткес осрашыуға барғансы, Жан- Клод Юнкерҙың
ярҙамын алмаҡсы.
Ул, Меркелдең яратҡан “балаһы”-Европаның
фискаль пактын ҡайтанан ҡарап, көстө экномия сараларынан бигерәк иҡтисади
үҫешкә йүнәлтеү яҡлы. Әммә Меркель дә, Евроберләшмәне етәкләгән Юнкер ҙа
Олландҡа яуапты бирҙеләр: был хаҡта һүҙ булыуы ла мөмкин түгел.
Комментариев нет:
Отправить комментарий