Дераала БМО күҙәтеүселәре машинаһын оҙатып барған
хәрби конвойҙы утҡа тотҡандар. Сүриә армияһының 8 офицеры яраланған. Дәүләт
телевидениеһы хәбәр итеүенсә, снарядтарҙың береһе ваҡытлы мабуғат булған
автомобилдәрҙең береһенә тейгән. Ҡоралһыҙ тыныслыҡ һағында тороусыларҙың береһе
лә зыян күрмәгән. Көн элгәре Кофи Аннан БМО-ның Хәүефһеҙлек советына утты
туҡтатыу режимын тупаҫ боҙоу хаҡында белдереп, Сүриәне көрсөктән сығарыу
планының тормошҡа ашырҙай түгеллеген хәбәр иткәйне.
“Мине хәүефләндергән нәмәләр берәүгә лә сер түгел тип
уйлайым: илдә граждандар һуғышы йәйелеп китеүе бик ихтимал,-”тип белдергәйне Кофи
Аннан.
Яуап итеп Сүриәнең ирекле армия башлығы, Ливия
сценарийын ҡулланырға саҡырып, донъяға мөрәжәғәт итте. Интернетта урынлаштырылған
видеола Асадтың дошмандары шуны күрһәтә: Сүриә фронтында бөтәһе лә элеккесә.
Кешеләрҙең кемгә атыуҙары асыҡ түгел. Кадрҙарҙың авторы раҫлауынса, йорт Хомс
эргәһендә урынлашҡан.
Ә Дамаскыла парламент һайлауҙарынан һуң тауыштарҙы
һанайҙар. Конституцияны үҙгәрткәндән һуң, идара итеүсе “Баас” фирҡәһенә беренсе
тапҡыр оппозиция ҡаршы сыҡты. Әйтергә кәрәк, режимдың оппоненттары һайлауҙарҙы
фарс тип атай һәм һуғышты өҫтөн күрә һымаҡ.
Комментариев нет:
Отправить комментарий