Бында ҡаршылыҡ
акцияһын баҫтырыу һөҙөмтәһендә ике кеше һәләк булды, тиҫтәләгәне тән йәрәхәттәре
алды. Швейцарияның “Экстрата Коппер” тау
байыҡтырыу компанияһының эшмәкәрлеге граждандарҙың асыуын ҡабартты. Акцияла ҡатнашыусылар
провинцияның бюджетына күберәк аҡса күсереүҙе һәм экология өлкәһендә ҡайһы бер
саралар үткәреүҙе талап итә.
Перу премьер- министры
Оскар Вальдес шулай тип иғлан итте:
”Граждандар именлеген
һәм уларҙың провинция буйлап ирекле йөрөүен тәьмин итеү маҡсатында, бөгөн указға
ярашлы рәүештә ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелә.”
Ғәҙәттән тыш хәл
режимы 30 көнгә индерелә. Хөкүмәт ҡаршылыҡ акцияһында ҡатнашыусыларҙы көс
ҡулланыуҙан баш тартырға һәм властар менән һөйләшеүҙәр башларға саҡыра.
Комментариев нет:
Отправить комментарий