среда, 30 мая 2012 г.

Аун Сан Су Чжиҙың сит илгә- Таиландҡа тәүге визиты.


Мьянманың оппозиция лидеры, Нобель тыныслыҡ премияһы лауреаты  Аун Сан Су Чжи оҙаҡ йылдарҙан һуң сит илгә-Таиландҡа тәүге тапҡыр визит яһаны. Өй тотҡонлоғонда ултырған ҡатын 1989 йылдан бирле сит илгә сыға алманы.
Таиландта бәләкәй генә эш хаҡтарынан, эшһеҙлектән ҡасҡан йөҙҙәрсә мең Мьянма мигранттары йәшәй һәм эшләй.
 Бангкоктың диңгеҙ ризыҡтары баҙарында  Аун Сан Су Чжиҙы ватандаштары уратып алды, күптәренең эш урындары ла ошонда. Тиҫтәләрсә кеше Демократия өсөн Милли лига етәксеһе һәм уның 1947 йылда үлтерелгән атаһы, бойондороҡһоҙлоҡ хәрәкәте башлығы Аун Сан портреттары менән сыҡҡан.
“ Аун Сан Су Чжи оҙаҡ йылдар һаҡ аҫтында ултырҙы, беҙ күргән ҡыйынлыҡтар, Таиландта эш эҙләргә мәжбүр булған Мьянма улдары һәм ҡыҙҙарының, халыҡ кисергән ауырлыҡтарҙы ул белмәй. Әммә беҙ уның менән күрешеүебеҙгә, беҙҙең хаҡта уның белеүенә шатбыҙ!-”ти баҙарҙа эшләүсе ҡатындарҙың береһе.
Күршеләге бина балконынан Аун Сан Су Чжи йыйылған халыҡ алдында телмәр тотто. Бик күптәр, илдә башланған реформалар һәм  Аун Сан Су Чжиҙың парламентҡа һайланыуы уларға тыуған еренә ҡайтырға мөмкинлек бирер, тип өмөтләнә.



Комментариев нет:

Отправить комментарий