понедельник, 14 мая 2012 г.

Афғанстан: властарҙың талиптар менән һөйләшеүҙәр алып барған төп аралашсыһы үлтерелгән.




Афған властарының талиптар менән һөйләшеүҙәре өҙөлөп ҡуйыуы ихтимал: йәкшәмбе Кабулда хөкүмәт менән экстремистарҙы бәйләп тороусы төп кеше- Арсал Рахмани үлтерелгән.

Талиптар заманында ул Афғанстандың премьер- министры була, әммә аҙаҡ Хәмит Карзай яғына күсә. Рахмани афған парламентына депутат итеп һайлана, артабан талиптар менән килешеү өҫтөндә эшләүсе Юғары тыныслыҡ советына тәғәйенләнә. Советҡа абруйлы 70 афғанлы ингән. 


Рахманиҙы автомобилендә эшкә китеп барған саҡта билдәһеҙ кеше атып үлтергән.

“Быны Афғанстан дошмандары, тыныслыҡ һәм ислам дошмандары эшләгән,-ти уның дуҫтарының береһе.-Был кешеләр Афғанстанда тыныслыҡ булыуын теләмәй, шуға күрә билдәле хөкүмәт һәм ислам эшмәкәрен үлтергән дә инде улар.’’

Совет эшмәкәрлеге арҡаһында талиптарҙың йөҙҙәрсә командиры ҡораллы алыштарҙан баш тартты, тик улар араһында хәрәкәт башлыҡтарынан берәү ҙә юҡ, шуға килешеү хаҡында һөйләргә иртәрәк.

Шәмбе Гильменд провинцияһында 2 инглиз һалдаты үлтерелгән. Атышты афған полицейскийҙары башлаған. Тәүҙә уларҙы полицейский кейемендәге баш күтәреүселәр тип уйлаһалар ҙа, аҙаҡ, ысынлап та, полицияла эшләүҙәре асыҡланған.

НАТО командованиеһы мәғлүмәттәре буйынса, был, йыл башынан алып, афған хәүефһеҙлек көстәренең йәки улар булып кейенеп йөрөүселәрҙең сит ил хәрбиҙәренә 16-сы һөжүме.

Комментариев нет:

Отправить комментарий