понедельник, 14 мая 2012 г.

Тбилиси ташҡын менән көрәшә.




Тбилисиҙа 5 кеше һуңғы 40 йыл эсендәге иң көслө һыу ташыу ҡорбаны булды. Кура йылғаһы ярҙарынан сыҡты. Урамдарҙы, йорттарҙың тәүге ҡаттарын һыу баҫты, электр менән тәьмин итеү өҙөлдө. Күрелгән зыяндың күләме күп миллондарға барып етте. 


Ҡотҡарыусылар һәм хәрбиҙәр халыҡтың шылтыратыуҙары буйынса кешеләрҙе хәүефле зоналарҙан алып сығыу менән шөғөлләнә, урамдарҙы таҙарта. Мэрия тәбиғәт ҡазаһынан зыян күреүселәргә ярҙам итергә вәғәҙә итә.

Грузия президенты Михаил Саакашвили зыян күргән райондарҙа булды.

Комментариев нет:

Отправить комментарий