понедельник, 14 мая 2012 г.

Аргентинала караптар бәрелешкән.




Аргентинала Парана йылғаһында ике карап бәрелешеүе арҡаһында 6 кеше һәләк булған. Аргентина карабы һәм Парагвай буксиры илдең төньяҡ- көнсығышындағы Сарате ҡалаһы эргәһендә һәләкәткә осраған. Бер нисә кеше тән йәрәхәттәре алған, хәбәрһеҙ юғалғандар бар.

Аргентина карабы һәләкәт булыу менән батҡан. 16 водолаз юғалғандарҙы эҙләй.
Полиция был ваҡиғала Парагвай буксиры капитанын ғәйепләй. Өс кеше ҡулға алынған.

Комментариев нет:

Отправить комментарий