понедельник, 14 мая 2012 г.

Коста- Рика властарының талабы буйынса диңгеҙ хайуандарын яҡлаусы Пол Ватсон ҡулға алынған.




Майндағы Франкфуртта йәкшәмбе көн “Sea Shepherd”тәбиғәтте һаҡлау ойошмаһына нигеҙ һалыусы Пол Ватсон ҡулға алынған. (Диңгеҙ хайуандарын һаҡлаусы уның ойошмаһы диңгеҙҙәрҙә әүҙем эшмәкәрлеге менән билдәле.)
Диңгеҙ хоҡуҡтарын боҙоуға һылтанып, Коста- Рика властары уны ҡулға алыуҙы талап итте.
Һүҙ 2002 йылғы ваҡиға хаҡында бара: Гватемаланың территориаль һыуҙарында булған “Sea Shepherd” активистары Коста- Риканың йәшерен рәүештә акулаларға һунар итеү менән шөғөлләнгән “Варадеро”карабын күреп ҡала. Тәбиғәт һаҡсылары “Варадеро”экипажын, законһыҙ эшмәкәрлектәрен туҡтатып, Коста- Рика портына ҡайтыуҙарын һорай.
Экипаж ағзалары раҫлауынса, экологтар уларға үлем менән янаған. “Sea Shepherd”ойошмаһы был ғәйепләүҙәрҙе инҡар итә.
Европаның күп сәйәсмәндәре Ватсонды иреккә сығарырға саҡыра. Ҡулға алынғандар менән Европарламент рәйесе урынбаҫары Даниель Кон-Бендит һәм депутат Жозе Бове осрашты.

Комментариев нет:

Отправить комментарий