вторник, 15 мая 2012 г.

“Союз”осоролдо.


Рәсәйҙең “Союз”йыһан карабы Ҡазахстандың Байконур космодромынан уңышлы осоролдо. Бынан алдараҡ, һынауҙар ваҡытында корпус көбө менән проблемалар килеп сығыу сәбәпле, шаттлды осороу ай ярымға кисектерелгәйне.
Был юлы карапты осороу һәм уны орбитаға сығарыу штаттағы режимда башҡарылды.”Союз” бортында- рәсәйлеләр Геннадий Падалка, Сергей Ревин һәм американлы Джозеф Акаба. Байконурҙа уларҙы Рәсәй иҡтисады министры Эльвира Набиуллина һәм миллиардер Виктор Вексельберг оҙатты.
Космос һәм авиация өлкәһендәге шау- шыулы уңышһыҙлыҡтарҙан һуң, Мәскәү йыһан менән бәйле проекттарына ышанысты ҡайтанан ҡайтарырға ниәтләй. Былтыр АҠШ үҙ шаттлдарын файҙаланыуҙан туҡтағаны бирле, Рәсәй кешене орбитаға алып сығырға һәләтле берҙән- бер ил булып ҡалды. Халыҡ-ара йыһан станцияһына астронавтарын алып барған һайын, НАСА 60 миллион доллар түләй.


Комментариев нет:

Отправить комментарий