Франкфурт суды “Shepherd “( “Диңгеҙ көтөүсеһе”)
экология ойошмаһы етәксеһе Пол Уотсонды судҡа тиклем һаҡ аҫтында ҡалдырырға һәм
Коста- Рикаға тапшырмаҫҡа ҡарар итте. Ул үҙенең диңгеҙ хайуандарын һаҡлаусы
карабы менән 2002 йылда Гватемала һыуҙарында акулаларға һунар итеүселәрҙе туҡтатырға маташа, шул арҡала Коста- Риканың
һорауы буйынса ҡулға алына.
Уотсондың белдереүе буйынса, балыҡсыларҙың аяуһыҙлығы
уларға ҡаршы сығырға мәжбүр иткән: акуланы тотҡас, улар йөҙгөстәрен ҡырҡып
алалар һәм кире диңгеҙгә ебәрәләр, йыртҡыстар яйлап һәләк була.
Комментариев нет:
Отправить комментарий