вторник, 15 мая 2012 г.

Грецияла яңы һайлауҙар буласаҡ.



Грецияла киләһе айҙа яңы парламент һайлауҙары уҙасаҡ. Был хаҡта  властар бөгөн иғлан итте, сөнки илдең сәйәси фирҡә етәкселәре хөкүмәт төҙөү хаҡында уртаҡ тел таба алманы. Шишәмбе көн иртән улар ил президенты янына ултырышҡа йыйылды. Дүшәмбелә Каролос Папульяс, министр- технократтарҙан торған сәйәси булмаған кабинет төҙөү идеяһын тәҡдим итеп, парламент фракцияларының ярҙамына өмөт иткәйне. Президент идеяһы буйынса фекер алышыуҙа “Сириза”һул радикаль фирҡә башлығы Алексис Циприс ҡатнашырға ризалашһа ла, килешеү төҙөлмәне. Тәүҙә һайлауҙар һөҙөмтәһе буйынса икенсе урынды яулаған Алексис Ципрас ЕС-МВФ сценарийы буйынса ҡаты экономия планы менән бәйле проекттар хаҡында ла һөйләшергә теләмәгәйне.

Ғәмәлдә, яңы парламент һайлауҙары илдә Европаның берҙәм валютаһын һаҡлау буйынса референдум буласаҡ.

Греция министрҙар кабинеты етәксеһе вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусыны шаршшамбы иғлан итәсәктәр.


Комментариев нет:

Отправить комментарий