среда, 16 мая 2012 г.

Чистопрудныйҙы оппозициянан таҙарттылар.




Шаршамбы көн иртән полиция Мәскәү үҙәгендәге Чистопрудный бульварында урынлашып алған оппозицияның лагерын юҡ итте. Был эш суд ҡарары буйынса, ошо тирәләге йорттарҙа йәшәүсе бер нисә кешенең шау- шыуға зарланып яҙған ялыуынан һуң эшләнде.
Владимир Путин инаугурацияһының икенсе көнөндә башланған тыныс рәүештәге ҡаршылыҡ акцияһында ҡатнашыусыларға шаршамбы төш ауғансы бульварҙан китергә тейешлектәре хаҡында хәбәр иткәйнеләр. Әммә иртәнге сәғәт биштә үк полиция манифестанттарҙы, йыйыныу өсөн 5 минут биреп, бынан ҡыҫырыҡлап сығара башланы. Оппозиция лидерҙарының береһе булған дәүләт думаһы депутаты Илья Яшин һүҙҙәре буйынса, лагерҙа был ваҡытта 100- ләп кеше була. Ҡаршылыҡ акцияһында ҡатнашҡан 23 кеше ҡулға алына.
Оппозицияның бер өлөшө “Баррикадная”метро станцияһы эргәһендәге скверға күсенде. Бында улар тыныс акцияны дауам итеү өсөн яңы йыйылыу пункты ойошторорға уйлайҙар. Акцияны 12 июнгә тәғәйенләнгән яңы марш башланғансы дауам итмәкселәр. Унан алдағыһы 6 майҙа үтте, һәм ул тәртип һағында тороусылар менән бәрелештәргә ҡәҙәр барып етте.
Ҡаршылыҡ акцияһында ҡатнашыусыларҙың лагеры “Миллиондар маршы” тип аталған демонстрациянан һуң барлыҡҡа килгәйне. Үҙәге казах шағиры Абай Ҡунанбаев һәйкәле эргәһендә булғанға, лагерҙағылар уны “Уолл- стритты баҫып ал”ға оҡшатып, “Абайҙы баҫып ал” тип атаны. Төнөн бында даими рәүештә бер нисә тиҫтә кеше булды, ә кистәрен халыҡ һаны 2-3 меңгә барып етте.

Комментариев нет:

Отправить комментарий