среда, 16 мая 2012 г.

Париж һәм Берлин бергә эшләйәсәктәр.


Француз республикаһының башлығы Франсуа Олланд яңы һайланған президент сифатында сит илгә тәүге тапҡыр сәйәхәт яһаны- Германияға барып ҡайтты. Берлинда Олланд ФРГ канцлеры Ангела Меркель менән һөйләшеүҙәр үткәрҙе.

Уртаҡ матбуғат конференцияһында Олланд һәм Меркель еврозоналағы көрсөк менән көрәштә тығыҙ хеҙмәттәшлек итергә йыйыныуҙары хаҡында белдерҙе. Ике яҡ та, был проблеманы хәл итеү өсөн, Брюсселдәге саммитта фекер алышыуға үҙ тәҡдимдәрен индерергә вәғәҙә бирҙе.

Француз президенты ла, ФРГ канцлеры ла Грецияның еврозонала ҡалыуы яҡлы.

Күп кенә европалыларҙың уйынса, Франция- Германия мөнәсәбәттәре еврозонала бурыс көрсөгө мәьәләләрен хәл итеүҙә уғата мөһим, тип иҫәпләй.


Комментариев нет:

Отправить комментарий