Канныла халыҡ- ара
кинофестиваль шаршауҙарын аса һәм ҡыҙыл келәмдәрен түшәй. Беренселәрҙән булып
бында 2001 йылда Алтын пальма ботағына лайыҡ булған жюри рәйесе Италия
режиссеры Нанни Моретти килде.
Конкурста
ҡатнашыусылар араһында- Аббас Киаростами һәм Дэвид Кроненберг, Леос Каракс һәм
Ален Рене, Жак Одияр һәм Ульрих Зайдль.
65-се юбилей
кинофестиваленең төп наградаһына 22 фильм дәғүә итә. Рәсәй вәкиле- “Томанда” фильмы менән Сергей Лозница. Был
фильм Голландия, Украина, Белоруссия һәм Латвия ҡатнашлығында төшөрөлгән.
“Кино кешеләргә
хыялланырға мөмкинлек бирә. Хатта уҙған быуаттың 30-сы йылдарында ла, бөйөк
депрессиянан һуң да кинематограф иҫән- һау ҡалды һәм үҙен яҡшы тойҙо. Был сәнғәт
төрө мәңге йәшәйәсәк,-”тине кинофорум директоры Тьерри Фремо.
Диңгеҙ буйындағы
Круазетт буйлап йондоҙло парад шаршамбы асыласаҡ. Әлеге Канны кинофестивален Мэрилин
Монроға бағышларға ҡарар иттеләр: быйыл уның вафат булыуына 50 йыл тула.
Комментариев нет:
Отправить комментарий