Испания хөкүмәте ЭТА менән
һөйләшеүҙән баш тартты. “Франс-пресс”мәғлүмәт агенствоһына
ебәргән саҡырыуында баск сепаратистар төркөмө диалогҡа саҡырҙы.
Сепаратистар властар
менән һөйләшеүҙәр барышында 40 йыл буйы барған конфликтҡа нөктә ҡуйырға теләй.
Төрмәлә ултырған
төркөм ағзаланын иреккә сығарыу мәсьәләһе буйынса ҡаршылыҡтар килеп сыҡты. Илдең
эске эштәр министры Жорже Фернандес Диас үҙенең ҡырҡа яуабын бирҙе.
“Франс Пресс” йәки
башҡа мәғлүмәт саралары аша беҙҙе бер генә хәбәр ҡыҙыҡһындыра ала- бер ниндәй
ҙә шарттар ҡуймайынса ойошманы тулыһынса таратыу.”
ЭТА уҙған йыл ҡоралдан
мәңгегә баш тартыуы хаҡында иғлан иткәйне. Европа йәмәғәтселегенә мөрәжәғәтендә
баск сепаратистары диалог өсөн делегация ойоштороу тураһында ла белдерҙе.
Комментариев нет:
Отправить комментарий