четверг, 17 мая 2012 г.

Германия: Меркель фирҡәһенең уңышһыҙлыҡҡа осрауы өсөн министр яуап бирҙе.




Германияның тирә- яҡ мөхитте һаҡлау министры Норберт Рётген Ангела Меркель фирҡәһенең региондарҙағы еңелеүе өсөн яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алды. Ул отставкаға китергә ниәтләүе хаҡында белдерҙе. Төньяҡ Рейн- Вестфалия ерендәге уҙған йәкшәмбеләге һайлауҙарҙа христиан демократтар бығаса һис ҡасан булмағанса насар һөҙөмтә алды. Рётген унда ХДС-тың региональ бүлеген етәкләгәйне.
Ангела Меркель, ФРГ канцлеры:
“Күреүебеҙсә, энергетика сәйәсәтен үткәреү етди хеҙмәт талап итә, тимәк, тирә- яҡ мөхитте һаҡлау министрлығы был эштә мөһим роль уйнай. Эште тейешле кимәлгә ҡуйыу өсөн, Бундестагтағы ХДС/ХСС парламент төркөмөнөң башҡарма сәркәтибе Питер Альтмайерҙы тәҡдим итәм.”
Питер Альтмайер Ангела Меркелдең иң яҡын арҡаҙашы һанала. Ул, мәҫәлән, Бундестагта ҡаты экономия саралары хаҡында фекер алышыу барышында ХДС фракцияһы сафтарында берҙәмлекте тәьмин итә алды. Японияның Фукусима АЭС-ындағы һәләкәттән һуң, Альтмайер етәкләйәсәк тирә-яҡ мөхит һәм энергетика министрлығы алдындағы мәсьәләләр Германияла иң өҫтөн урынға ҡуйылды. Ангела Меркель, һәләкәттән һуң, ил яйлап атом станцияларынан баш тартасаҡ тип белдергәйне.


Комментариев нет:

Отправить комментарий