понедельник, 28 мая 2012 г.

Касабланкала бик ҙур ҡаршылыҡ акцияһы үтте.



Йәкшәмбе көн төп ике профсоюздың байраҡтары аҫтында Марокко урамдарына тиҫтәләрсә мең кеше сыҡты. Уларҙы “ социаль шарттарҙың насарайыуы” борсой: эшһеҙлектең артыуы, коррупция, эш хаҡтары һәм пенсияларҙың түбән булыуы, забастовкалар үткәреү хоҡуғы булмау. Киң мәғлүмәт сараларының хәбәр итеүе буйынса, 2011 йылда Бенкиран хөкүмәте власҡа килгәне бирле, был иң ҙур манифестация.

Комментариев нет:

Отправить комментарий