МВФ-тың директор-
ойоштороусыһы Кристин Лагардтың Грециялағы көрсөк хаҡындағы һүҙҙәре ысын сәйәси
ғауға төҫөн алды. Ул гректарҙы һалым түләргә өндәне һәм Африка балаларының
Афинаға ҡарағанда нығыраҡ мохтажлыҡ кисереүен әйтте. Әйтергә кәрәк, төрлө яҡлап
ярһыулы яуап алғандан һуң, Лагард грек халҡының көрсөктән сығыу юлындағы тырышлығына
хөрмәт менән ҡарауын белдерҙе.
МВФ башлығының тонын
грек социалистары лидеры Евангелос Венизелос “мыҫҡыллы” һәм “килешмәгән”тип
атаны, шулай ҙа интернет битендә Лагардтың үҙ ҡараштарын үҙгәртеүенә ҡәнәғәтлек
белдерҙе.”Ғорур илдең ғорур халҡы бындай һүҙҙәрҙе нисек ҡабул итеүен аңлаған.”
Француздарҙың һәм
гректарҙың һул лагеры яғынан реакция ҡатыраҡ булды. Һәм был аңлашыла ла: алда
ике илдә лә парлмент һайлауҙары.
Бынан алдараҡ Парижда
Һул фронт лидеры Жан-Люк Меланшон бөгөнгө көндә иң популяр булған һул радикал грек
сәйәсмәне Алексис Ципрасты ҡабул иткәйне.
“Гректар менән ул
нисек улай итеп һөйләшә ала?-тип асыуланды Меланшон.-Был ҡатын Грециялағы
хәлдәр хаҡында нимә белә? Һалым түләргә тейеш булған, әммә түләмәгән грек карап
хужалары, капиталистары, првославие сиркәүе тураһында ул ниңә иҫкә төшөрмәй? Ә
бына ябай халыҡ түләй...Әгәр сәйәсмәндәр араһында ниндәйҙер этика һаҡланһа, был
һүҙҙәрҙән һуң ул отставкаға китергә тейеш!”
Лагард етәкләгән
Халыҡ-ара Валюта фонды Евроберләшмә менән бер ҡатар сығымдарҙы ныҡлы кәметеү
байына Грецияға күп миллиардлы кредит ярҙамы бүлеүсе төп донор булып тора.
Комментариев нет:
Отправить комментарий