вторник, 29 мая 2012 г.

Хулалағы үлтерештә Дамаск баш күтәреүселәрҙе ғәйепләй.



Сүриә хөкүмәте Хомс ҡалаһынан алыҫ булмаған Хула ауылындағы үлтереш өсөн баш күтәреүсе исламистар ғәйепле, тип иҫәпләй. Дамасктың БМО Именлек Советына ебәргән белдереүендә 100 кеше ҡорбан булған көс ҡулланыуҙа хөкүмәт ғәскәрҙәренең ғәйепле түгел икәнлеге, ғөмүмән, ҡалала бер генә танк та булмауы хаҡында әйтелә.

Был ваҡиғалар Дамаскыға һөйләшеүҙәр ниәте менән килгән Кофи Аннан пландарына үҙгәрештәр индерҙе.

“Мин Сүриә властарын, көрсөктө тыныс юл менән хәл итергә ниәтләүҙәрен иҫбатлау өсөн, тәүәккәл эш итергә өндәйем,- тине ул.-Ә конфликтта ҡатнашыусы икенсе яҡты ышаныслы сәйәси процесс өсөн шарттар булдырырға саҡырам.”

Сүриә сит ил эштәре министры Вәлид әл- Мөғәллим менән осрашыу барышында, Аннан шуны һыҙыҡ өҫтөнә алды: хәлдәрҙе тыныс юл менән хәл итеү планын бойомға ашырыуға әлегә иртәрәк. БМО-ның һәм Ғәрәп дәүләттәре Лигаһының махсус илсеһе бөгөн презилент Бәшәр Асад менән осрашырға һәм оппозиция төркөмдәренең вәкилдәре менән һөйләшеүҙәр үткәрергә уйлай.

Комментариев нет:

Отправить комментарий