пятница, 18 мая 2012 г.

Канны: “Тутыҡ һәм һөйәк”те оҙайлы ҡул сабыуҙар менән ҡабул иттеләр.




Канны фестивалендә төп конкурста күрһәтелгән өсөнсө эште- “Тутыҡ һәм һөйәк”картинаһын оҙайлы ҡул сабыуҙар менән ҡабул иттеләр.
Байтаҡ тәнҡитселәрҙең фекеренсә, 2009 йылда “Пәйғәмбәр” фильмы менән Гран- при яулаған француз режиссеры Жак Одиарҙың Круазеттҡа триумфаль ҡайтыуы хаҡында һөйләргә була.
Төп ролде башҡарыусы Оскар лауреаты Марион Котияр өсөн был тәүге Канны фестивале. Төп ролде башҡарыусы Маттиас Шенартс 65- се смотрҙың асышы булмаҡсы.
Жак Одиарҙың һүҙҙәре буйынса, фильм хәҙерге заман мөнәсәбәттәренең ныҡлы түгеллеге хаҡында һөйләй, сөнки кешеләрҙең туҡтарға, уйланырға ваҡыттары юҡ. Ваҡиғалар сылбырында йәшәү мәғәнәһе юғала. Ниндәйҙер фажиғәгә дусар булғас ҡына, кеше үҙенә, яҡындарына, тирә- йүнгә яңы күҙ менән ҡарай башлай.
Италия режиссеры Нанни Моретти етәкселегнләге жюриға конкурсҡа килтерелгән 19 фильмды ҡарайһы бар. Алтын пальма ботағының хужаһы 27 майҙа билдәле буласаҡ.

Комментариев нет:

Отправить комментарий