“Ҙур һигеҙ”ҙең көн тәртибендә Африкала аҙыҡ-
түлек ҡытлығы мәсьәләһе лә бар. Форум эшенең барышында АҠШ президенты Барак
Обама ауыл хужалығы үҫешен тәьмин итергә һәм 50 миллион кешегә 10 йыл эсендә
ярлылыҡтан ҡотолорға ярҙам итергә тейешле “Аҙыҡ- түлек хәүефһеҙлегенең яңы
альянсы”н төҙөү хаҡында иғлан итәсәк.
“Аҙыҡ- түлек
хәүефһеҙлегенең яңы альянсы”исеме аҫтындағы яңы проектты тормошҡа ашырыуға үҙ
өлөшөбөҙҙө индереүебеҙгә шатбыҙ,”- тине Евроберләшмә башлығы Херман ван Ромпёй.
Был башланғыс, ауыл
хужалығына шәхси инвестицияларҙы арттырып, аслыҡтан интегеүселәр һанын
кәметергә тейеш.
“Ярты быуат элек,- тип белдерҙе АҠШ президенты Барак Обама,-Африка аҙыҡ-
түлекте экспортҡа сығара ине. Бөгөн дә ул үҙен- үҙе туйҙыра һәм аҙыҡ- түлекте
экспортҡа сығара алмаймы ни?”
Һуңғы 3 йылда “Ҙур һигеҙ” һәм башҡа дәүләттәр
аслыҡ менән көрәшкә 22 миллиард доллар иғәнә йыйҙы.
Комментариев нет:
Отправить комментарий