Күк миллионлаған ер кешеләрен үҙенә ҡаратты: бөгөн
Филиппинда, Японияла, АҠШ-та, Канадала, Месикала һәм Рәсәйҙең Алыҫ Көнсығышында
ҡояш тотолоуҙың уникаль күренешен күҙәтәләр. Токиола тиҙ арала һаҡлағыс
күҙлектәрҙе һатып алып бөттөләр. Унһыҙ ҡара ҡулсаға ҡарау хәүефле- был хаҡта
илдең фән һәм технологиялар министры алдан уҡ телевидение аша киҫәтеп ҡуйҙы.
Босо ярымутрауында аяҡ баҫыр урын юҡ. Тәбиғәт тамашаһын
ҡарарға кешеләр алдан уҡ урын алып ҡуйҙы.
“Һоҡланғыс! Миңә лә берәйһе шундай балдаҡ бүләк итһә
ине!-”тип ҡысҡырып ебәрҙе Токионан бер ҡыҙ.
Балдаҡлы- был ҡояш тотолоуҙы шулай атайҙар. Ай, ҡояш
алдынан үтеп, тирәһендә ҡулса ҡалдыра, ошо яҡты ҡулса төнгә көндө тулыһынса
йоторға бирмәй.
Комментариев нет:
Отправить комментарий