понедельник, 21 мая 2012 г.

НАТО саммиты: Олланды нейтралләштереүгә ынтылыш.



Йәкшәмбелә Чикагола йыйылған НАТО саммиты альянс ағзалары араһында Афғанстандағы хәрби миссияның киләсәге буйынса уртаҡ тел табырға тырыша. Францияның яңы лидеры  үҙенең һайлаусыларына йыл аҙағына ҡәҙәр ғәскәрҙәрҙе Афғанстандан сығарырға вәғәҙә итһә, АҠШ союздаштарын элек төҙөлгән планға ярашлы эш итергә өндәй.
НАТО-ның генераль сәркәтибе Андерс фог Рассмуссен:
“Беҙ бергәләп киләсәктә НАТО-ны теләһә ниндәй ҡаршы сығыуҙарға яуап бирерлек итә алабыҙ. Бер генә ил дә, бер генә континент та яңғыҙ был эште атҡарып сыға алмай. Әгәр граждандарыбыҙҙы әҙ аҡсаға ҙур хәүефһеҙлек менән тәьмин итергә теләһәк, беҙ хеҙмәттәшлектең яңы культураһын ҡабул итергә тейешбеҙ.”
Альянс етәкселегенең раҫлауынса, 2014 йыл аҙағына афған хәүефһеҙлек көстәре илдә үҙ аллы тәртип булдыра аласаҡ, һәм әле үк улар был эште яртылаш үҙҙәре башҡара.
Франсуа Олландтың һайлау алды вәғәҙәләренә ҡарамаҫтан, моғайын, француз ғәскәрҙәре Афғанстанда ҡалыр һәм, НАТО ағзаларының берҙәмлеген күрһәтеү өсөн генә булһа ла, хәрби булмаған бурыстарҙы атҡарып йөрөр.

Комментариев нет:

Отправить комментарий