понедельник, 21 мая 2012 г.

Йәмәндә бындай хәлдәр булғаны юҡ ине әле.





Йәмән баш ҡалаһындағы теракт ҡорбандары 90- ға етте, һәләк булыусыларҙың барыһы ла хәрбиҙәр. Яралыларҙың иҫәбе 200-ҙән ашыу.

Шартлау Милли берҙәмлек көнө айҡанлы уҙғарылған парадтың генераль репетицияһы ваҡытында була. Берәүҙәр үлемгә дусар булған әҙәмдең һалдат, икенселәре һалдат кейемендәге террорист булыуы хаҡында һөйләй. Репетиция ваҡытында илдең оборона министры һәм гентштаб башлығы була, хәбәр итеүҙәренсә, улар зыян күрмәгән.

Теракт өсөн яуаплылыҡты әле булһа берәү ҙә үҙ өҫтөнә алмаған. Властарҙың уйынса, был илдәге Әл- Ҡаиҙә ойошмаһының үсе. Аҙна элек хөкүмәт ғәскәрҙәре көньяҡ Абьян провинцияһындағы боевиктарға ҡаршы киң масштаблы операция башлаған. Аҙаҡ әҙерләнеп ятҡан ҙур теракт тураһында мәғлүмәт алынған. Ныҡлы хәүефһеҙлек саралары үткәрелеүгә ҡарамаҫтан, терактты туҡтатып булмаған.

Комментариев нет:

Отправить комментарий