Йәмән граждандары
бөгөн илдең берләшеүенә бағышланған маршта атларға тейеш булғандарҙың ғүмере өсөн яза
биреүҙе талап итә. Хәрби парад репетицияһы ваҡытындағы теракт өсөн яуаплылыҡты “Әл-Ҡаиҙә”нең
урындағы ойошмаһы үҙ өҫтөнә алды. Халыҡ араһына таратылған белдереүҙә шул хәбәр ителә: сәпкә был саҡта майҙанда булған оборона министры һәм генштаб
башлығы алынған.
“Был ҡот осҡос енәйәт
эшләүселәрҙе ғәйепләйбеҙ һәм президенттан илде “Әл-Ҡаиҙә”нән таҙартыуҙы
һорайбыҙ,-”ти тыныс манифестацияла ҡатнашыусы ҡатын.
Көн элгәре һалдат кейемендәге үҙен үлемгә
дусар итеүсе парадтың генераль репитицияһы барған майҙанға
үтеп инә. Үҙәк хәүефһеҙлек аппаратының хәрбиҙәре, саф-саф булып үтеп,
таралышырға ғына торғанда, шартлау яңғырай. 90-дан ашыу кеше һәләк була, 200
самаһы тән йәрәхәттәре ала.
“Әл-Ҡаиҙә”башҡа теракттар буласағын да һыҙыҡ
өҫтөнә ала һәм АҠШ ярҙамында илдең көньяғында боевиктарға ҡаршы башланған киң
масштаблы операцияны кисекмәҫтән туҡтатыуҙы талап итә.
Комментариев нет:
Отправить комментарий