вторник, 22 мая 2012 г.

Чикаго манифестанттары: “Беҙ хәүефһеҙлеккә һәм һуғыштарға аҡса туҙҙырыуға ҡаршы.”



Чикаго үҙәгендәге “Боинг”корпорацияһы һәм президент Барак Обаманың һайлау алды штаб- фатиры офисы эргәһендәге киң күләмле манифестация апарыу тыныс үтте.

 Көн элгәре, полиция менән бәрелештән һуң, 40- лап кеше ҡулға алынды- “Бөтһөн НАТО!”тип ҡысҡырып, акцияла ҡатнашыусылар альянс ил- ағзалары саммиты барған бина алдындағы ҡамауҙы йырып үтмәксе булған.

Манифестанттарҙың фекере буйынса, президент Обама “күп вәғәҙә иткән, диалогҡа өмөт бүләк иткән, ә үҙе бик әҙ эшләгән.” ”Беҙ элеккесә шуны күрәбеҙ: бөтә аҡсалар хәүефһеҙлеккә, төрлө һуғыштарға исраф ителә”.

Демонстрацияға хәрби конфликт ветерандары, айырым алғанда, Ирак һуғышында ҡатнашыусылар ҙа сыҡты. Һуғыштарға ҡаршы булғандарҙан тыш  акцияға глобалләштереүгә ҡаршылар һәм “Уолл-стритты баҫып ал” хәрәкәте ағзалары ла ҡушылды.

Чикагола манифестациялар бер нисә көн дауам итә. Уҙған аҙнала 5 кеше теракт әҙерләүҙә ғәйепләнеп ҡулға алынды. Улар Обаманың һайлау алды штабына һәм ҡала мэры йортона һөжүм әҙерләгән.

Комментариев нет:

Отправить комментарий