Грецияның “Сириза” һул
радикаль коалиция лидеры Алексис Ципрастың Европа баш ҡалалары буйлап
сәйәхәтендә Берлин- сираттағы пункт. Евроберләшмә саммиты алдынан грек парламент
кампанияһының алтын бағанаһы башҡаларҙы үҙенең позицияһы менән таныштырмаҡсы:
халыҡ- ара кредиторҙарҙың шарттарын Ципрас Греция өсөн ҡулай түгел тип иҫәпләй.
Тик шуны һыҙыҡ өҫтөнә ала: илдең еврозонанан сығыуы хаҡында һүҙ ҙә булырға
тейеш түгел.
“Мин гел ҡабатлай
килдем: Грецияла 17 июндә үтәсәк һайлауҙар беҙҙең еврозонанан сығырға
тейешлегебеҙ тураһында һөйләмәй. Киреһенсә, евроны ҡотҡарыу мөмкинлектәре
артасаҡ ҡына. Ҡаты экономия сәйәсәте һәм бурыс килешеүҙәре- бына ҡайҙа ул иң
ҙур проблема. Был килешеү шарттары үтәлгән сүрәттә, Грецияға бер нисә айҙан
финанс ярҙамының өсөнсө траншы кәрәк буласаҡ,-”тип белдерҙе Ципрас Берлиндағы фекерҙәштәре- Германияның Һул
фирҡәһенән Клаус Эрнст һәм Грегор Гизиға.
37 йәшлек Ципрас- грек
сәйәсәтенең яңы йондоҙо. Майҙағы дөйөм һайлауҙарҙа уның етәкселеге аҫтындағы
СИРИЗА икенсе урынды яуланы. Хөкүмәт коалицияһын Ципрастан башҡа төҙөй алманылар.
Ә июнь һайлауҙарында иһә ул тауыштарҙың өстән бер өлөшөнә эйә булыр һәм
хөкүмәттә капитан баҫмаһын биләр тип көтөлә.
Комментариев нет:
Отправить комментарий