среда, 23 мая 2012 г.

Иран МАГАТЭ инспекцияһына риза.




 Иран үҙ ядро объекттарына халыҡ- ара инспекторҙарҙы индерергә риза. Был хаҡта Атом энергияһы буйынса халыҡ- ара агенство етәксеһе Юкия Амано Ислам Республикаһының Милли хәүефһеҙлек буйынса Юғары совет сәркәтибе Сәид Йәлили менән һөйләшеүҙәр үткәргәс белдереү яһаны. Осрашыу дүшәмбе Таһранда уҙҙы.

Шишәмбе Венаға ҡайтҡас, Юкия Амано журналистарға былай тине:

“Беҙ килешеү хаҡында һөйләштек һәм уға ҡул ҡуйырға йыйынабыҙ. Ҡайһы бер урындарын тейешле кимәлгә еткерәһе бар, әммә Йәлили әфәнде беҙҙе, килешеүгә ҡул ҡуйыуға һис ниндәй ҡаршылыҡ ҡалманы, тип ышандырҙы. Уҙғанында мин алға китеш барлығы тураһында һөйләгәйнем, был юлы инде ҡабул ителгән ҡарар тураһында әйтә алам.”

Иран етәкселегенең вәғәҙәләренә Израилдә ышанмайҙар. Йәһүд дәүләтенең властары “Ирандың ядро амбицияларынан баш тартырға ниәтләүҙәренә ышанмауҙарын”белдерәләр. Һөйләшеүҙәр башларға ризалыҡ биреүҙе улар “ваҡытты һуҙырға тырышыу”тип атайҙар һәм , килешеүгә ҡул ҡуйғас, Иран МАГАТЭ инспекторҙарының эшенә ҡамасаулаясаҡ, тип иҫәпләйҙәр.

Комментариев нет:

Отправить комментарий