среда, 23 мая 2012 г.

Дәүләт Думаһы ғауғалы закон проекты хаҡында фекер алыша.




 Дәүләт Думаһында митингыларҙа тәртип боҙоуҙарға ҡарата санкцияларҙы ҡатыландырыусы “Берҙәм Рәсәй”тәҡдим иткән ғауғалы закон проекты ҡарала. Штрафтарҙы 1,5 миллионға ҡәҙәр арттырыу тураһында һүҙ бара. Оппозиция проектты хупламай. Мәҫәлән, “Ғәҙел Рәсәй” депутаттары уның буйынса фекер алышыуға бойкот иғлан итте. Тәүге уҡыуҙан һуң, Мәскәү ваҡыты менән 17 сәғәттә был мәсьәлә тауышҡа ҡуйыласаҡ.
Иртән парламенттың түбәнге палатаһы бинаһы алдында штрафтарҙы арттырыуға ҡаршы пикет ойошторолдо. Бер нисә кеше ҡулға алынды, шул иҫәптән Яблоколидеры Сергей Митрохин:
“Асыҡ сигнал бирелә-тик кенә ултырығыҙ! Бына һеҙ хәйерселектә йәшәйһегеҙ, беҙ һеҙҙе иҡтисади һәм бюджет сәйәсәтебеҙ менән ярлылыҡҡа дусар итәбеҙ һәм башҡалар...Ә һеҙ ҡаршы сыҡмағыҙ, өнөгөҙ ҙә сыҡмаһын!”

“Яблоко” активисы:
“Был ҡорал менән баш күтәреүгә йә булмаһа өйҙә тик кенә ултырыуға юл, ә тик ултырыуҙан фәтүә булмаясаҡ, һис нәмә үҙгәрмәйәсәк.”
Закон проектын тәҡдим итеүселәр шулай тип раҫлай: ул граждандарҙың конституцион хоҡуҡтарын сикләүгә йүнәлтелмәгән; һүҙ йәмғиәтте хоҡуҡ боҙоуҙарҙан әрсәләү хаҡында бара. Закон проекты яҡлылар көнбайыш илдәре тәжрибәһенә һылтана.
Коммунистар һәм либерал- демократтар тәҡдим ителгән штраф кимәленең Рәсәйҙәге уртаса эш хаҡы менән тап килмәүен билдәләй.

Комментариев нет:

Отправить комментарий