Европала иҡтисадты үҫтереүсе саралар, евробондтарҙы
индереү һәм Грециялағы көрсөк-Брюсселдәге формаль булмаған саммиттың төп
темалары. ЕС лидерҙары бер нидәй ҙә ҡарар ҡабул итмәйәсәктәр, әммә әңгәмә
ҡороп, фекер алышасаҡтар.
Франция һәм Германия араһында еврозонала көрсөктән
сығыу мәсьәләләре буйынса етди фекер айырымлыҡтары бар. Франция президенты
Франсуа Олланд ҡаты бюджет дисциплинаһына һәм Европа үҙәк банкы гарантиялар
бирергә тейешле евробондар булдырыуға нигеҙләнгән ЕС Бюджет пактына өҫтәмәләр
индереү яҡлы. ФРГ канцлеры Ангела Меркель был яңылыҡтарға ҡаршы.
ЕС илдәре башлыҡтары банк транзакциялары өсөн һалым
индереүҙе лә ҡараясаҡ, тип көтөлә; көн элгәре генә Европарламент быға ҡағылышлы
резолюцияны раҫланы.
Брюсселдәге киске табын артындағы осрашыу 28-29 июндә
үтәсәк ЕС-тың рәсми саммитына әҙерлек буласаҡ.
Комментариев нет:
Отправить комментарий