пятница, 4 мая 2012 г.

Европала асыу ҡабара- эшһеҙлек арта.


 Еврозонала эшһеҙлек кимәле бығаса булмағанса юғары кимәлгә күтәрелде. Италияла эшһеҙлек һуңғы 12 йыл эсендәге иң ҙур күрһәткескә -9,8 процентҡа етте. Властар бер ниндәй ҙә иллюзия ҡормай: быйыл яҡшы яҡҡа үҙгәреш көтөлмәй.
Хеҙмәт биржаһы юлын Лора Джиованко көн һайын тапай:
“Ике йыл инде даими эш урыны таба алмайым. Эшкә йәштәрҙе алырға тырышалар. Миңә 32 йәш, ә улар күп тигәндә 30 йәшлектәрҙе алырға тырыша. Миңә ҡыҫҡа ваҡытҡа ғына контракттар тәҡдим итәләр.
Эшһеҙлектең артыуы Халыҡ- ара хеҙмәт ойошмаһын борсой. Улар бик күп эш урындарының ҡыҫҡартылыуына алып килгән, ә төп маҡсатына- бюджеттарҙы тотороҡландырыуға булышлыҡ итмәгән ҡаты экономия сараларын тәнҡитләй.
Римдың  иҡтисад университеты уҡытыусыһы Жан-Поль Фитусси һөйләй:
“Хеҙмәт итә башлап, эшен юғалтҡандарҙың киләсәге юҡ. Йәмғиәттәге мөһим бәйләнештәрҙең өҙөлөүе, мин уны “ижтимағи капитал” тип атайым, оҙаҡ дауам итә алмай. Хәлдәр насарая бара, һәм был болаларға килтереүе ихтимал.”.
Италия властары көрсөктән сығыу юлын мир менән эҙләргә булған. Ил граждандарына шундай һорау ҡуйылған: 4 миллиард евронан ашыу сығымды нисек ҡыҫҡартырға? Интернеттағы хөкүмәт сайтында махсус бүлек асылған, унда һәр кем үҙенең тәҡдимдәрен индерә ала.

Комментариев нет:

Отправить комментарий