пятница, 4 мая 2012 г.

Ҡытай диссиденты Хилари Клинтондан АҠШ-ҡа алып китеүен һорай.




Һуҡыр ҡытай диссиденты Чэнь Гуанчэн АҠШ-ҡа китергә теләүе хаҡында белдерҙе. Элегерәк ул Ҡытайҙа ҡалырға риза булғайны, әммә кесаҙна көн Америка конгресына шылтыратып, яҡындарының тормошо өсөн хәүефләнеүе хаҡында һөйләне.
Гуанчен әле Пекинда Ҡытай властары менән һөйләшеүҙәр алып барған АҠШ-тың дәүләт сәркәтибе Хилари Клинтондың самолетында ғаиләһе менән Америкаға алып китеүҙәрен һораны. Диссидент әлеге мәлдә Пекин дауаханаһында- өй тотҡонлоғонан ҡасҡанда, ул аяғын ауырттырған.
“Дәүләт департаменты Чэнь әфәнде һәм уның ҡатыны менән бәйләнешеп тора. Дәүләт департаментынан Виктория Нуланд әйтеүенсә, тимәк, уларҙың хәлдәр яйға һалыныр тигән фекерҙәре үҙгәргән,-” тине Аҡ йорт вәкиле Джей Карней.
22 апрель көндө Чэнь Гуанчэн Шаньдун провинцияһындағы тыуған ауылынан йорт тотҡонлоғонан ҡаса һәм Пекиндағы АҠШ илселегенә килә. Шаршамбы көн, уның хәүефһеҙлеген гарантиялаған Ҡытай властары менән килешеп, диссидент баш ҡала клиникаларының береһенә урынлаштырыла. Әммә хәҙер, Гуанчэндең белдереүенсә, уның ғаиләһен һәләк итеү менән янайҙар.

Комментариев нет:

Отправить комментарий