воскресенье, 27 мая 2012 г.

“Буран өләсәйҙәре”: сәхнәнән баҡсаға.



“Гәлсәр микрофон” Әзербайжандан Швецияға китә. “Евровидение”ның 57-се конкурсында сығышы менән Марокконан булған Швеция йырсыһы Лорин “Euforia” йыры менән еңеүсе булды. Ул, 372 балл йыйып, үҙ иленә киләһе йыл конкурсын ҡабул итеү хоҡуғын яуланы. 28 йәшлек Лорин Норвегиянан Александр Рыбак яулаған Евровидениеның абсолют рекордына- 387 балға саҡ ҡына етә алманы.
“Мин быға ышанмай торҙом. Бөтә донъя туҡтап ҡалған һымаҡ тойолдо. Хатта әле лә ышана алмайым. Бер нисә сәғәттән генә аңлай башлармын, моғайын,-”ти Лорин.
“Евровидение”көмөшө рәсәйлеләргә эләкте. Удмуртстандан колоритлы “Буран әбейҙәре” “Party for everybody”йырын ысын мейес компанияһында, милли кейемдәр һәм сабата кейгән килеш башҡарып, Европаны әсир итте. Рәсәй һәм тыуған Буран ауылы өләсәйҙәрҙе ысын геройҙар һымаҡ ҡаршыларға йыйына, ә йырсылар илдең бәҫен төшөрмәүҙәренә шатлана. Коллективтың художество етәксеһе һәм иң йәш “өләсәй”Ольга Туктарева тәьҫораттары менән бүлешә.
“Минең уйымса, беренсе урынға ҡарағанда икенсе урын һәйбәтерәк тә, әгәр беренсе урынды алһаҡ, Европа буйлап иртәнән кискә ҡәҙәр сығыш яһап йөрөргә тура килер ине, ә былай беҙ ял итербеҙ, баҡсаларыбыҙ менән булырбыҙ.”
Серб Желько Йоксимович конкурста өсөнсө урынды алды
 “Евроньюс”корреспонденты Галина Полонская һөйләй:
“Был төндө 1500 журналист “Евровидение”’тантанаһы күрһәтелгән экрандарҙан күҙҙәрен алманы. Тауыш биреүҙәр бөтмәҫ элек үк шул асыҡ ине: еңеү Швецияға китә. Киләһе йыл тап ошо илгә Европаның музыкаль конкурсы киләсәк.



Комментариев нет:

Отправить комментарий