пятница, 25 мая 2012 г.

Радала урыҫ теле арҡаһында ҡул һуғышы.



Украинаның Юғары Рада депутаттары урыҫ теле арҡаһында һуғышып китте. Региондар фирҡәһе тел сәйәсәте хаҡындағы закон проектын тәҡдим иткәйне.

Юлия Тимошенко блогы депутаттары трибунаға үтергә маташа башлағас, һуғыш башланды. Һөҙөмтәлә, оппозициялағыларҙың береһенең башы яраланды, закон проекты авторҙарының береһенең күлдәге йолҡондо. Документты тауышҡа ҡуя алманылар: спикер Владимир Литвин  ултырышты яба һалды.

“Региондыҡыларҙың”һүҙҙәре буйынса, тел сәйәсәте хаҡында закон проекты ҡабул ителһә, рус теле ошо телдә һөйләшеүселәр 10 проценттан күберәк булған территорияларҙа эш ҡағыҙҙарын тултырыуҙа, медицина хеҙмәтләндереүендә, судта украин теле менән бер ҡатар ҡулланыла башлаясаҡ.

Комментариев нет:

Отправить комментарий