четверг, 31 мая 2012 г.

Италияла ер тетрәүҙәр: ҡотҡарыусылар емереклектәр аҫтынан бер ҡатынды табып алды.



Италияның Кавеццоһында, Эмилия- Романья регионында, ҡотҡарыусылар емереклектәр аҫтынан бер ҡатынды ҡаҙып сығарҙы. Уның йорто шишәмбеләге ер тетрәү ваҡытында емерелеп төшкән. 65 йәшлек ҡатынды хәстәханаға оҙатҡандар.
Һуңғы 10 көн эсендә Эмилия- Романьела ҡеүәтле ике ер тетрәү булған һәм ҡабаттан тиҫтәләрсә тапҡыр ер һелкенеүе һиҙелгән. 24 кеше һәләк булған, йөҙләбе яраланған.
Фабрика бинаһы емерелгән бәләкәй генә Медолла ҡаласығында харабалар аҫтынан һәләк булған 4 кешенең кәүҙәһен тапҡандар. Эргәләге икенсе фабрика хеҙмәткәрҙәре 20 майҙан, тәүге ер тетрәүҙән бирле эшкә йөрөмәүҙәре хаҡында һөйләй.
“Туҡтауһыҙ ер һелкенеп торғанлыҡтан, беҙ унда бөтөнләй ҡайтырға теләмәйбеҙ,-”ти журналистарға Моника Бонафи. “Һеҙҙе эшкә сығырға мәжбүр итәләрме әллә?”- тигән һорауға ҡатын былай тип яуап бирҙе: “Белмәйем. Хужаларым әлегә миңә шылтыратманы.”
Региондың ауыл һәм ҡалалары бушап ҡалды. Белгестәр сейсмик әүҙемлектең дауам итеүе һәм зарарланған биналарҙың емерелеү ҡурҡынысы барлығы хаҡында киҫәтә.
Бөгөнгө төндө региондың 14 мең кешеһе йәнә палаткаларҙа уҙғарасаҡ: улар араһында йорттары емерелгәндәр ҙә, үҙ йорттарына ҡайтырға ҡурҡҡандар ҙа бар.
4 июнь һәләк булғандарға бағышланған милли матәм көнө тип иғлан ителде.

Комментариев нет:

Отправить комментарий