среда, 30 мая 2012 г.

Ҡояш энергияһы: Германия рекорд ҡуя.



Атом энергияһынан баш тартыу юлында Германия рекордтар ҡуя. Билдәле булыуынса, ФРГ-ла ҡояш электростанцияларының ҡеүәте сәғәтенә 22 гигаватҡа еткән. Шул уҡ ваҡыт эсендә шул уҡ миҡдарҙа электр энергияһын 20 атом станцияһы эшләп сығара.

Әммә барыһы ла шыма ғына бармай. Даими энергия сығанаҡтарына күсеү ҙур сығымдар талап итәсәк.

Һүҙ өҫтәмә рәүештә кәрәк булған электр селтәрҙәре төҙөү тураһында бара, был эштәр тиҫтәләрсә миллиард евро талап итәсәк. Канцлер Ангела Меркель Боннда был мәсьәлә буйынса энергия тапшырыу компанияһы етәксеһе менән әңгәмәләште.

Японияның “Фукусима”АЭС-ындағы һәләкәттән һуң, ФРГ хөкүмәте атом энергияһынан баш тартырға ҡарар итте. 2011 йылда ғына Германияла 8 атом станцияһы ябылды. 2022 йылға ҡалған 9 АЭС-та эштәр туҡтатыласаҡ.

Комментариев нет:

Отправить комментарий