Шишәмбе көн Варшавала футбол
буйынса Европа чемпионатында Польша һәм Рәсәй йыйылма командаларының
осрашыуынан һуң башланған алышта 10- лап көйәрмән зыян күрҙе. 130 фанат ҡулға алынды.
Рәсәй һәм Польша
футболистарының матчы тигеҙ иҫәп менән бөттө. Полиция, стадиондан сыҡҡан
көйәрмәндәрҙе бүлеп, бәрелеште булдырмау өсөн барыһын да эшләне. Әммә матчҡа
ҡәҙәр үк һуғышып алған көйәрмәндәр мөнәсәбәттәрҙе асыҡларға ҡыҙышып торалар ине.
Барыһы ла шунан
башланды: шишәмбе көн меңләгән рәсәйле Рәсәй көнөн- илдең милли байрамын
билдәләргә булды. Улар, Польша властарынан рөхсәт алып, Варшава буйлап байрам
маршы менән үтергә ҡарар итте. Оппозицион фирҡәләр был сараны “провокация”тип
атаны, һәм ялҡын дөрләп китеүгә был етә ҡалды.
6 мең полицейский тантаналы
рәүештә атлап барған рәсәйлеләр һәм асыулы Польша көйәрмәндәре араһына стена
булып баҫты. Марш күпер аша үткәндә, поляктар кордонды йырып үтә алды һәм алыш
башланды.
Комментариев нет:
Отправить комментарий