вторник, 12 июня 2012 г.

АҠШ-тың транзит хаҡындағы Паҡстан менән һөйләшеүҙәре уңышһыҙ булды.



Һөйләшеүҙәрҙә ҡатнашҡан  американлылар төркөмө Паҡстандан китте. Улар, ил территорияһы аша Афғанстандағы коалиция ғәскәрҙәрен тәьмин итеү өсөн, йөк транзитын ҡайтанан тергеҙеү тураһында килешә алманы. Вашингтон һөйләшеүҙәрҙе ҡайтанан башларға әҙер, әммә әлегә Исламабад менән 6 аҙна буйы барған һөйләшеүҙәр уңышһыҙ тамамланды.

Транзит уҙған йылдың ноябрь айында, НАТО ғәскәрҙәре хаталыҡ менән илдең төньяҡ- көнбайышындағы ике блокпосҡа һөжүм иткәндән һуң туҡтатылды. Ул саҡта Паҡстандың 24 хәрби хеҙмәткәре, шул иҫәптән 2 офицер һәләк булғайны һәм 14 хәрби хеҙмәткәр яраланғайны.

Пентагон ғәфү үтенмәне. Өҫтәүенә бер нисә көн элек ведомство башлығы Леон Панетта “Пакстандың боевиктарҙы һыйындырыуы”арҡаһында АҠШ-тың түҙемлеге бөтөп бара, тип белдерҙе.

Коридорҙың асылыуын көтөп, АҠШ Афғанстанға йөктәрҙе Рәсәй һауа киңлектәре аша самолеттар менән ташый.

Комментариев нет:

Отправить комментарий