вторник, 12 июня 2012 г.

Мәскәүҙә тентеүҙәр: 37 йыл түгел, әммә аппаратура һәм аҡсаны тартып алдылар.



Мәскәүҙә “Миллиондар маршы”алдынан полицейскийҙар Рәсәй оппозицияһы башлыҡтарының фатирҙарында тентеү яһаны. Навальный, Удальцов, Яшиндың компьютерҙарын, телефондарын, документтарын һәм башҡа шәхси әйберҙәрен, Собчактың миллион ярым евро аҡсаһын тартып алдылар. Телевидение тапшырыуҙарын алып барыусы  Ксения Собчак тәфтишселәрҙе талауҙа ғәйепләне, ә “Привет 37 год” хэштегы аша“Твиттер” ҡулланыусылары үҙҙәренең асыуын белдерҙе.

“Мәсьәлә шундай тора: ҡурҡытырға һәм беҙҙең өлгөлә ҡалған граждандарға әүҙемлек күрһәтмәҫкә, күп һанлы акцияларға йөрөмәҫкә, өйҙә ултырырға, өндәшмәҫкә һәм власыбыҙҙы- “Берҙәм Рәсәйҙе” һәм Владимир Владимирович Путинды маҡтарға тигән уйҙы һеңдерергә. Моғайын, тап ошондай маҡсат ҡуйыла,тип белдерҙе журналист Сергей Пархоменко.

Фатирҙары тентелгәндәрҙең барыһын да 12 июнь көндө һорау алыуға саҡырғандар. Был көнгә тәғәйенләнгән “Миллиондар маршы”на уларҙың өлгөрөүе тәфтишселәргә бәйләнгән. Ойоштороусылар марштан баш тартырға йыйынмай. 50 кеше йыйылыуы рөхсәт ителгән “Миллиондар маршы” киске алтыға ҡәҙәр дауам итәсәк.

/Хэштег-Твиттерға һәм башҡа шундай системаларға тиҙ генә инеү өсөн махсус тамға. Хэштег рәшәткәнән (#) башлана һәм һүҙҙәр айырып яҙылмай. Ул төрлө авторҙарҙың хәбәрҙәрен мәғәнәүи йәһәттән берләштерә./

Комментариев нет:

Отправить комментарий