понедельник, 11 июня 2012 г.

Көсләп кейәүгә биреү – енәйәт.



Көсләп инглиз ҡыҙын кейәүгә бирергә булдыңмы? Төрмәгә ултыр. Йыл һайын 8 мең самаһы йәш британлыларҙы, үҙҙәренең ризалығынан тыш кейәүгә биреү өсөн, сит илдәргә, мәҫәлән, Пакистанға алып сығалар. Элек быны башҡа культураның традицияһы тип ҡабул итәләр ине. Хәҙер, Дэвид Кэмерондың тәҡдиме буйынса, көсләп кейәүгә биреүҙе тыйыусы закон әҙерләнә.
“Яза ҡаты булырға тейеш. Күҙ алдына килтерегеҙ әле: 15 йәшлек ҡыҙҙы мәктәптән алалар ҙа ер аяғы ер башына ебәрәләр. Унда буласаҡ ире менән таныштыралар. Ул баланың бөтә ғүмере аяҡ аҫтына һалып тапала. Был – типик ваҡиға. Бындай хоҡуҡ боҙоуҙарға барған кеше бик ҡиммәт түләйәсәк икәнлеген белергә тейеш,-”тип асыулана Дэвид Кэморон. Бер йыл элек көсләп кейәүгә биреүҙе ул ҡоллоҡ менән сағыштырғайны.
Британия хөкүмәте ошондай ҡорбандар менән эшләүсе уҡытыусыларҙы, социаль хеҙмәткәрҙәрҙе әҙерләүгә ярты миллион фунт стерлинг аҡса бүләсәк. Социаль рекламалар ярҙамында халыҡҡа шуны аңлаталар: үҙ яртыңды һайлау- һәр кемдең хоҡуғы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий