пятница, 8 июня 2012 г.

Ҡаршы сыҡтыңмы- түлә!



Митингыларҙа һәм манифестацияларҙа тәртип боҙоуҙарға ҡаршы йүнәлтелгән закон проекты хоҡуҡ һаҡлаусыларҙа һәм оппозицияла ҙур ризаһыҙлыҡ тыуҙырҙы.
Кремль янына үҙенең ризаһыҙлығын белдерергә килеүселәр шуға ышана: властарҙың ашығыуы тиктәҫкә түгел- улар Рәсәй көнө- 12 июнгә тәғәйенләнгән “Миллиондар маршы”нда ҡатнашыусыларға яңы нормаларҙы ҡулланмаҡсы.
Дәүләт Думаһында проектты икенсегә уҡыу ваҡыты буйынса рекорд ҡуйҙы- 11 сәғәткә һуҙылды. Парламент оппозицияһы ‘’итальян забастовкаһы’’ойошторҙо- йөҙҙәрсә төҙәтмәләр индереп, закон ҡабул итеүҙе һуҙҙы.
Әммә, һөҙөмтәлә, проект барыбер ҡабул ителде, ә икенсе көн һис бер ҡаршылыҡһыҙ Федерация Советы аша үтте.
Әгәр законға ҡул ҡуйылһа, митингыларҙағы тәртип боҙоуҙар өсөн штрафтар граждандар өсөн 1000-дән 300 000-гә ҡәҙәр, вазифалы кешеләр өсөн 600 000-гә һәм ойоштороусылар өсөн миллион һумға ҡәҙәр күтәреләсәк. Был һандар ядро объекттарында хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен тупаҫ боҙоуҙар йәки сутенерлыҡ өсөн штрафтар менән тиң.
“Берҙәм Рәсәй” ағзалары Европа тәжрибәһен дә күҙ уңында тотоуҙарын һыҙыҡ өҫтөнә ала. Улар манифестацияла ҡатнашыусыларҙың һаулығын ҡайғыртыуҙары хаҡында һөйләй- документ сараларҙы ойоштороуҙарға яуаплыраҡ ҡарарға мәжбүр итәсәк.
Федерация Советы спикеры Валентина Матвиенко:
 “Беләһегеҙме, эш яза, кәрәктәрен биреүҙә түгел; әгәр һин сараларҙы еңел- елпе уйлап ойоштораһың һәм кемдер унда зыян күрә икән, һин, ойоштороусы булараҡ, йәки йәмәғәт эштәрендә ҡатнашып, йәки аҡсалата яуап тоторға тейешһең. Минең уйымса,был күмәк акцияларҙы һәм сараларҙы ойоштороусыларҙың яуаплылығын арттырасаҡ. Яуаплылыҡты арттырасаҡ һәм кешеләрҙе һаҡлауға булышлыҡ итәсәк. Митингылар хәүефһеҙ, тип уйлап бара бит кешеләр. Тап шулай булырға тейеш тә ул.”
Ике тиҫтә йыл эсендәге иң ҙур ҡаршылыҡ акцияларын парламент һайлауҙары, ә аҙаҡ президент һайлауҙары дөрләтеп ебәрҙе.
Хәҙер барыһы ла дәүләт башлығынан тора: ул был проектҡа вето һалыуы мөмкин; президент администрацияһы башлығы белдереүенсә, был иһә документ дөйөм Европа нормаларына ҡаршы килһә генә эшләнәнсәк.
Беҙҙең хәбәрсебеҙ Александр Шашков Михаил Федотов- хоҡуҡ һаҡлаусы, юрист, Рәсәй Федерацияһы Президенты эргәһендәге граждандар йәмәғәтселеге үҫеше һәм кеше хоҡуҡтары буйынса Совет рәйесе менән осрашты.
Александр Шашков, euronews:
Михаил Александрович, ҡайһы бер хоҡуҡ һаҡлаусылар, шул иҫәптән һеҙ ҙә, бөгөн президентҡа ҡабул ителгән законға вето һалырға тәҡдим иттегеҙ, ни өсөн?
Михаил Федотов: Президенттың был закондан баш тартыуға  нигеҙе бар. Президент конституцияның, кеше хоҡуҡтары һәм азатлығының гаранты, әгәр ул парламент яһаған хатаны төҙәтеп, унан баш тартып, уны артабан эшләүгә ебәрһә, дөрөҫ буласаҡ.
Дөрөҫөн әйткәндә, беҙгә митингылар һәм демонстрациялар хаҡындағы ҡанундарҙы үҙгәртергә кәрәк. Быйыл ғына, мартта, Венеция комиссияһы беҙҙең митингылар һәм демонстрациялар хаҡындағы закондарыбыҙға анализ яһап, уны нисек ҡулланыуыбыҙҙы тикшерҙе. Комиссияның тәҡдимдәре- ҡалын ғына документ. Ошо йүнәлештә беҙгә артабан эшләргә кәрәк тә. Ә бөгөн Дәүләт Думаһы өс уҡыуҙан ҡабул иткән закон бөтөнләй икенсе яҡҡа табан хәрәкәт итә. Ҡануниәтебеҙҙе дөйөм Европа стандарттарына нигеҙләнеп төҙөргә уйлаһаҡ, Венеция комиссияһы тәҡдим иткән юл менән китергә тейешбеҙ ҙә. Әгәр инде кире яҡҡа йүнәлһәк, беҙ, тимәк, дөйөм Европа стандарттарынан алыҫлаша барабыҙ.
euronews: Президенттың матбуғат сәркәтибе дөйөм Европа стандарттарына тап килмәгән осраҡта ғына вето һалынасағы хаҡында белдерҙе. Ул дөйөм Европа стандарттарына тап килмәйме ни?
Михаил Федоров: Был закон енәйәт эше өсөн яуаплылыҡты һәм административ яуаплылыҡты бутай, административ хоҡуҡ боҙоуҙар өсөн енәйәт яуаплылығына тарттыра. Хоҡуҡи дәүләт һәм хоҡуҡи системаның бөтә принциптарын да тупаҫ боҙоу был. Сағыштырып ҡараһаң, митингыла һәм митингынан тыш башҡарылған бер үк эш өсөн штраф күләменең айырмаһы 250 мең һум. Әгәр һеҙ митингыла кемдеңдер һаулығына йәки милкенә зыян килтерһәгеҙ штраф 300 мең буласаҡ, ә митингыла булмаһағыҙ, 40 мең. Күреүебеҙсә, закон сығарыусыларыбыҙ саманы онотҡан.

Комментариев нет:

Отправить комментарий