Үҙҙәрен “Сүриә дуҫтары”тип
атаусылар, Сүриә оппозицияһына ярҙам итеү өсөн, махсус “координация төркөмөн”
төҙөйәсәк. Тәүге осрашыуға улар июнь уртаһында йыйыласаҡ. Бындай ҡарар Хомс
провинцияһындағы ике ауылда йөҙҙәрсә кешенең һәләк булыуы хаҡында хәбәр килгәс
ҡабул ителде.
АҠШ-тың дәүләт
сәркәтибе Хилари Клинтон һөйләй:
“Беҙ, БМО-ның Именлек
советы ағзаларын да индереп, бөтә илдәр менән дә эшләргә әҙербеҙ һәм әгәр ул
осрашыуҙар Асад һәм уның режимы яңы демократик Сүриәгә юл бирергә тейеш девизы
аҫтында үтһә, уны дауам итәсәкбеҙ”.
Ҡушма Штаттар Рәсәйҙең
һәм Ҡытайҙың, үҙ фекерҙәрен үҙгәртеп, Сүриәләге власты алмаштырыу процессына
ҡушылыуын теләй. Мәскәүҙең был мәсьәләне хәл итеүгә Таһранды ла йәлеп итеү
тәҡдименә Вашингтон ҡырҡа ҡаршы.
Үҙ сиратында Рәсәй һәм
Ҡытай Сүриә буйынса үҙ позицияларының үҙгәрешһеҙ ҡалыуын раҫланы.
“Сүриә проблемаһын хәл
итеү буйынса Рәсәй һәм Ҡытайҙың позицияһы үҙгәрешһәҙ һәм аныҡ. Беҙ илдең эске
эштәренә башҡа илдәрҙең ниндәйҙер саралар ҡулланып ҡыҫылыуына ҡырҡа ҡаршы. Беҙ
элеккесә шулай тип иҫәпләйбеҙ: Сүриә мәсьәләләрен хәл итеү- Сүриә халҡының
эше,-”тип белдерҙе Ҡытай сит ил эштәре министры урынбаҫары.
Американың киң мәғлүмәт
саралары, Рәсәй илселеге даирәләренә һылтанып, Рәсәй Асадҡа һыйыныу тәҡдим
иткән тигән хәбәр таратҡан. Рәсәй Федерацияһы сит ил эштәр министрлығында быға
лайыҡлы шаяртыу таба алмауҙарын әйттеләр.
Комментариев нет:
Отправить комментарий