Ҡытай властары туристар өсөн Тибетты япты. Был саралар
2012 йылдың 1 июлендә Ҡытай Коммунистар фирҡәһенең 90 йыллығын байрам иткән
көндәрҙә тәртипһеҙлектәрҙе булдырмау маҡсатында эшләнелә.
Турагенстволар зыяндарҙы иҫәпләй һәм август башындағы
буддистарҙың фестиваленә был тыйыуҙар юҡҡа сығарылыр, тип өмөтләнә. Сит ил
туристарына Тибеткә үтеп инеү былай ҙа анһат түгел ине: ҠХР-ға визанан тыш
регионға инеү өсөн Ҡытай властарының махсус рөхсәте лә кәрәк ине. Шуны ла
әйтергә кәрәк: Тибет буйлап сәйәхәт туристик төркөм составында ғына рөхсәт
ителә.
Пекин Тибеткә инеүселәр күләмен йыл эсендә инде икенсе
тапҡыр сикләй.
Комментариев нет:
Отправить комментарий