четверг, 7 июня 2012 г.

“Марс хроникалары”ның авторы вафат булды.



Лос-Анджелеста 92-се йәше менән барғанда, Рей Брэдбери вафат булды. Ул донъя әҙәбиәтенә яҙыусы- фантаст булараҡ инде һәм ижады менән был жанр тарихының алтын быуатын асты. Әммә яҙыусы үҙенең әҫәрҙәрен ғилми фантастикаға индереүҙәрен яратманы, үҙен “әкиәтсе” тип атаны.
Бөйөк хыялдар эйәһе һәм фантазер, бөтә күңеле менән Марсты һәм Айҙы үҙләштереү яҡлы булған Брэдбери ер мөғжизәләренә лә һиҙгер булды, уҡыусылары менән тылсымлы бәпембәләр шарабы һәм бала саҡтың серле лә, борсоулы ла һулышы менән йомарт бүлеште.
Яҙыусының әйтеүенсә, уның төп маҡсаты- киләсәкте юрау түгел, кешелекте алда торған хәүеф- хәтәрҙән йолоп ҡалыу.
“Фаренгейт буйынса 451 градус”романы менән ул беҙҙе бөгөн дә “уҡый һәм хыяллана белмәгән кешелек юҡҡа сығыуға дусар,-”тип ынандырырға тырыша.
“Мин һәр ваҡыт тылсым эйәһе булырға теләнем,-”тигәйне Брэдбери бер интервьюһында. Быға ул ирешә алды.

Комментариев нет:

Отправить комментарий